Пятница, 18.10.2019, 09:04
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 4600
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Календарь
«  Октябрь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Прогноз погоды
Валюта
Курс Валют Информер
Российский рубль Российский рубль валюта России
(EUR)//-//
(USD)//-//
(CZK)//-//
(GBP)//-//
Новости
Поиск
сайт МАОУ СОШ №1
села Акъяр
Всякая школа славна не числом, а славою своих учеников.
Н. И. Пирогов

Главная » 2014 » Октябрь » 7 » Алда уҡытыусыбыҙҙы Республика конкурсы көтә
09:48
Алда уҡытыусыбыҙҙы Республика конкурсы көтә
Беҙҙең 1-се Акъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбе район мәктәптәре араһында алдынғыларҙан һанала. Мәктәптә эшен яҡшы белгән, һөнәренә тоғро булған уҡытыусылар коллективы тупланған.
Шуларҙың береһе-башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы. Ул 1977 йылдың 21 февралендә Әбйәлил районының Боранғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфө ҡалаһының 1-се һанлы педагогия колледжына уҡырға инә. Колледжды ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дауам итә.
2001 йылда университетты тамамлағас «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһендә яҡташыбыҙ Фәрзәнә Аҡбулатова етәкселегендә редактор вазифаһында эш башлай.
2007 йылда тормош елдәре уны Хәйбулла районына илтә һәм ул хеҙмәт юлын 1-се Акъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып дауам итә.
Мәктәптә эшләү осоронда ул үҙен оҫта ойоштороусы, талапсан уҡытыусы итеп күрһәтте.
Дәрестәрен фәнни-педагогик принциптарға таянып, алдынғы уҡытыусыларҙың эш алымдарын ҡулланып ижади эшләй. Ижади фекерләүгә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүенә ҙур урын бирә. Уның һәр дәресе ентекле уйланылған, заманса йыһазландырылған. Дәрестәрендә төрлө традицион булмаған алымдар, һүрәттәр, таблицалар, карточкалар ҡуллана. Уҡыусыларының уҡыу, яҙыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эшләй.
Дилбәр Абрар ҡыҙы балаларҙың нескә күңелен аңлаусы, үҙ эшенә, һөнәренә ғашиҡ уҡытыусы. Ул һәр балаға белем биреп кенә ҡалмай, йөрәк йылыһын да тарата, тормошта үҙ урындарын табырға ла ярҙам итә.
Уҡытыусыбыҙ һайлаған һөнәренә бар оҫталығын, тырышлығын һалып эшләй. Ул уҡытыу менән бергә тәрбиәүи сараларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Бына бер нисә йыл инде икенсе быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары программаһы менән уҡыған кластарҙа «Тирмәкәй» театраль түңәрәген алып бара.
Уҡыусыларҙа башҡлорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына һөйөү тәрбиәләй, уҡыусыларҙа тасуири уҡыу һәләтен, актер оҫталығын уҫтерә, бәйләнешле телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләй.
Дилбәр Абрар ҡыҙының уҡыусылары төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, һәр конкурста еңеү яулайҙар.
Дилбәр Абрар ҡыҙы Исҡужина 7б класнының класс етәксеһе булып тора. Уҡытыусы кластан тыш сараларға ла ваҡытын йәлләмәй. «Әсәйҙәр байрамы», ветерандар менән осрашыу, Яңы йыл кисәләрен ҡыҙыҡлы, фәһемле итеп үткәрә.
Беҙҙең районда «Йыл уҡытыусыһы» район конкурсын үткәреү матур йолаға әйләнде. 2013-2014 уҡыу йылында үткәрелгән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2014» конкурсында Дилбәр Абрар ҡыҙы конкурстың бөтә шарттарын үтәп, финалға сыҡты һәм Гран-при яуланы. Алда уҡытыусыбыҙҙы тағы ла мөһимерәк һынау көтә-ул республика конкурсы. Беҙ, хеҙмәттәштәре, уға оло ышаныс белдерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
МБ етәксеһе
Ибраһимова Рәсимә Камил ҡыҙы.

Просмотров: 493 | Добавил: TSalavatR | Рейтинг: 3.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: