Пятница, 05.06.2020, 07:01
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 4600
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Календарь
«  Март 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Прогноз погоды
Валюта
Курс Валют Информер
Российский рубль Российский рубль валюта России
(EUR)//-//
(USD)//-//
(CZK)//-//
(GBP)//-//
Новости
Поиск
Архив записей
сайт МАОУ СОШ №1
села Акъяр
Всякая школа славна не числом, а славою своих учеников.
Н. И. Пирогов

Главная » 2015 » Март » 10 » Әҙәбиәт йылына арналған «Хәйбулланың көмөш ынйылары» әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы
07:22
Әҙәбиәт йылына арналған «Хәйбулланың көмөш ынйылары» әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы
Үткән аҙнала, район мәҙәниәт йортонда, Әҙәбиәт йылына арналған «Хәйбулланың көмөш ынйылары» әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы булып үтте. Был кисәлә билдәле яҡташтарыбыҙ: Башҡортостандың халыҡ шағиры,С.Юлаев,Р.Ғарипов, С. Чекмарев исемендәге премия лауреты- Ҡәҙим Аралбаев,шағирә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесенең урынбаҫары- Йомабикә Илъясова, шағирә, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты- Фәрзәнә Аҡбулатова, «Ҡурай» музыкаль каналының етәксеһе Айгөл Әхмәҙиевалар ҡатнашты. Зал уларҙың яҡындары, туғандары, уларҙың ижадын хөрмәт итеүселәре менән шығырым тулы ине. Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәил Хазморат улы Ибраһимов яҡташтарыбыҙҙы сәләмләп, ҡотлап уларға промо- акцияның сувенирҙарын, бүләктәрен тапшырҙы. Кисәлә шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, мәктәбебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Р.К.Ибраһимова Ҡәҙим Аралбаевтың «Әсәйҙең сәй япраҡтары», Д.А.Исҡужина Йомабикә Илъясованың «Мин- ҡатын -ҡыҙ» шиғырҙарын яттан һөйләүҙәре тағы ла йәм өҫтәне. Кисә аҙағы яҡташтарыбыҙ менән иҫтәлеккә фото төшөү, автографтар алыу менән тамамланды.
Ибраһимова Р.К. /башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының МБ етәксеһе./



Просмотров: 949 | Добавил: TSalavatR | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: