Среда, 08.04.2020, 20:44
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Вы кто, пользователь?
Всего ответов: 303
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Календарь
«  Январь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Прогноз погоды
Валюта
Курс Валют Информер
Российский рубль Российский рубль валюта России
(EUR)//-//
(USD)//-//
(CZK)//-//
(GBP)//-//
Новости
Поиск
Архив записей
сайт МАОУ СОШ №1
села Акъяр
Всякая школа славна не числом, а славою своих учеников.
Н. И. Пирогов

Главная » 2020 » Январь » 12 » Илья Журавлев һайлау хоҡуғы буйынса олимпиадала юғары һөҙөмтәгә иреште
13:32
Илья Журавлев һайлау хоҡуғы буйынса олимпиадала юғары һөҙөмтәгә иреште

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы   һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса мәктәп уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк (һайлау) этабын үткәрҙе.

Олимпиадала  республика ҡала һәм райондарынан 9,10 һәм 11-се класта уҡыған 180 уҡыусы ҡатнашты. 43 республика территориаль һайлау комиссиялары  Үҙәк һайлау комиссияһы менән видеобәйләнештә булды. Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашҡан уҡыусылар өсөн  һайлау хоҡуғы һәм  һайлау процесы буйынса барлыҡ заданиелар  Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ҡаралды. Төбәк этабында  1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Илья Журавлев та ҡатнашты. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһе буйынса, Илья  хоҡуҡи дисциплиналар өлкәһендә юғары белем күрһәтеп,  республика буйынса 9-сы кластар араһында дөйөм рейтингта 6-сы урынды биләне. 2019 йылда мәктәп уҡыусылары араһында иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эштәре муниципаль фестивале сиктәрендә, Хәйбулла территориаль һайлау комиссияһы Илья Журавлевҡа республика Үҙәк һайлау комиссияһы исеменән Бөтә Рәсәй олимпиадаһы ҡатнашыусыһы сертификаты, территориаль һайлау комиссияһының Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Шулай уҡ территориаль һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты менән 1-се Аҡъяр мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәеү предметы уҡытыусыһы Гөлнәзирә Хәсәнова наградланды.

                                                                                       Марьям Имангулова "Хайбулла хэбэрзере"

Просмотров: 31 | Добавил: TSalavatR | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: