Понедельник, 17.02.2020, 23:01
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Какой предмет Вам по душе?
Всего ответов: 380
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Календарь
«  Январь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031
Прогноз погоды
Валюта
Курс Валют Информер
Российский рубль Российский рубль валюта России
(EUR)//-//
(USD)//-//
(CZK)//-//
(GBP)//-//
Новости
Поиск
Архив записей
сайт МАОУ СОШ №1
села Акъяр
Всякая школа славна не числом, а славою своих учеников.
Н. И. Пирогов

Главная » 2015 » Январь » 27 » Ш.Бабичтың ижадына арналған «Халҡым өсөн» район-ара зональ- республика конкурсы.
02:58
Ш.Бабичтың ижадына арналған «Халҡым өсөн» район-ара зональ- республика конкурсы.
24 ғинуар, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы тарафынан ойошторолған, Бабич ижадын популярлаштырыу, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында, Йылайыр районында, билдәле шағир, арҙаҡлы шәхес Ш.Бабич ижадына арналған «Халҡым өсөн» район- ара конкурс уҙғарылды. Был конкурста бөтәһе 4 райондан (Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура) 100-гә яҡын бала ҡатнашты. Улар шағирҙың шиғырҙарын, поэмаларын, балладаларын бик оҫта итеп яттан һөйләнеләр. Жюри ағзалары, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары Аҡҡужина Фәүриә Әхтәм ҡыҙына һәм Дилмөхәмәтов Илнур Тимерхан улына уҡыусылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу еңелдән булмағандыр.
Беҙҙең мәктәптән бөтәһе 4 уҡыусы ҡатнашты, улар бөтәһе лә призлы урын яуланылар һәм маҡтау ҡағыҙы, ҡиммәтле приз менән бүләкләнделәр. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
1 урын- Ибраһимова Розалия, 8а класс ( етәксеһе Ибраһимова Р.К.);
2 урын –Бохарбаева Айһылыу, 8а класс (етәксеһе- Ибраһимова Р.К.);
3 урын- Баймырҙин Зариф, 7а класс ( етәксеһе- Ишбулатова Г.И.);
«Актерлыҡ оҫталығы» номинацияһы- Кәйепова Диана, 10 класс ( етәксеһе- Бохарбаева Ә.С.).
Уҡыусыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңынан- яңы ижади үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

Р.К.Ибраһимова- башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе.





Просмотров: 639 | Добавил: TSalavatR | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: