Среда, 08.04.2020, 20:43
Приветствую Вас Гость | RSS
Меню сайта
Наш опрос
Какой предмет Вам по душе?
Всего ответов: 380
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Календарь
«  Январь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Прогноз погоды
Валюта
Курс Валют Информер
Российский рубль Российский рубль валюта России
(EUR)//-//
(USD)//-//
(CZK)//-//
(GBP)//-//
Новости
Поиск
Архив записей
сайт МАОУ СОШ №1
села Акъяр
Всякая школа славна не числом, а славою своих учеников.
Н. И. Пирогов

Главная » 2020 » Январь » 13 » Уҡыусыбыҙ башҡорт теленән регион-ара олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәште!
08:00
Уҡыусыбыҙ башҡорт теленән регион-ара олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәште!

   Афарин, Илгинә һәм уҡытыусыһы Дилбәр Абрар ҡыҙы!

Каникулдың һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы. Өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. Дүрт йөҙгә яҡын ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының булыуы уларҙың башҡорт телен яратыуын, хатта ярыштарҙа  ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район намыҫын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Татыр-Үҙәк, 1-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Степной, Маҡан һәм Өфө мәктәптәренән 14 уҡыусы яҡланы. Уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ 1-се һанлы Аҡъяр һәм Степной урта мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылды. Олимпиада 3 турҙа  үтте: 1-се тур - башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яуап биреү, 2-се тур – инша, 3-сө тур – башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән ижади проект яҡлау. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәргә 1-се турҙа текстың аудиояҙмаһын тыңлап, өҫтәлмә эштәр башҡарыу, 2-селә тексҡа комплекслы анализ, 3-сө турҙа диалог ҡороу ойошторолдо. Етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп,  1-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Татыр-Үҙәк, Өфө, Сиҙәм һәм Әбүбәкер мәктәптәренән 7 уҡыусы призерҙар исемлегенә инде. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.

Район намыҫын яҡлаусы уҡыусыларҙы, уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы Район мәғариф идаралығы һәм 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбе коллективы ҡотлай , артабан да уңыштар теләй!

Просмотров: 36 | Добавил: TSalavatR | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: